Куюргазинская межпоселенческая центральная библиотека Муниципальное бюджетное учреждения культуры (МБУК КМЦБ)

Тәбиғәттең кеше

Тәбиғәттең кеше өсөн тиңһеҙ хазина икәнен барыбыҙ ҙа белә. Ер-һыу яҙмышы беҙҙең ҡулда. Районыбыҙ Көйөргәҙе, тыуған ауылыбыҙ Мораптал менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Быйылғы йыл – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы. Шул уңайҙан мәҙәниәт йортонда «Ағинәйҙәр» ойошмаһы, «Умырзая» фольклор төркөмө менән берлектә, үҙебеҙҙең ерлектә, йәшел болондарҙа, урмандарҙа үҫкән еләк-емеш, шифалы дарыу үләндәре менән танышыу, тәбиғәт биргән байлығыбыҙҙы барлап, ниндәй үҫемлек, ҡайһы еләк-емеш ниндәй ауырыуҙан дауалай һәм уны нисек ҡулланырға икәнлеге менән уртаҡлаштылар. 
«Умырзая» фольклор төркөмөнөң гармунсылары Фирҙәт Әбдрәшитов, Рәүил Амангилдиндар йән дуҫтары — гармундары менән килгәйне. «Балан», «Миләштәрем», «Мәтрүшкәләр», «Ромашкалар», «Сирен», «Бәрәңге», «Көнбағыш», «Өфө йүкәләре» йырҙарын йырлап алдылар. Шифалы үләндәр, еләк-емештәребеҙҙән, сирен, көнбағыш сәскәләренән яһалған күпме дарыуҙар яһап була. Улай ғына ла түгел, гамунсы Фирҙәт тормош иптәше — ағинәй Рәйләһе менән 35 төрлө кипкән үлән, 10 төрлө ҡайнатма, гармунсы Рәүил тормош иптәше Рәмилә менән 20 төрлө үлән, төрлө ҡайнатма, ағинәй Нурия Бәширова йорт алды баҡсаһында ғына үҫкән 10 төрлө үлән, ҡайнатмалар, ағинәйҙәр Миңнур Ғисмәтуллина, Фирҙәүес Шәмсетдинова, Миңзәлә Ниғмәтуллина, Зөһрә Абукаева, Нажиә Әбдрәшитова үҙҙәре йыйған шифалы үләндәрҙе алып килгән. Китапханасы Земфира Дәүләтсурина «Туған яғымдың шифалы үләндәре» тип исемләнгән китап күргәҙмәһен тәҡдим итте. Улар тураһында мәғлүмәттәре менән бүлеште. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей мөдире Әлфирә Ниғмәтуллина төрлө төнәтмәләр әҙерләп алып килгән ине. Һаулыҡ — ҙур байлыҡ. Иртәме-һуңмы бының шулай икәнен һәр ҡайһыбыҙ аңлай. Һаулығыңды бер юғалтһаң, уны ҡайтарып булмай. Өҫтәүенә, хәҙерге дарыуҙар бик ҡиммәт. Бер урынды дауалаһа, икенсе урынға зыян итә. Шундай дәүерҙә үҙебеҙҙең эргәлә үҫкән шифалы дарыу үләндәрен, еләк-емештәрен, тәндәребеҙгә, йәндәребеҙгә сихәт-дауа алып йәшәйек тигән теләктә ҡалды ауылдаштар. 
Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА 
Яңы Мораптал ауылы