Куюргазинская межпоселенческая центральная библиотека Муниципальное бюджетное учреждения культуры (МБУК КМЦБ)

Юбилей Минигуль Хисамовой

Миңлегөл Хисамова апайҙың юбилейы айҡанлы Юшатырҙа уның менән әңгәмә баҫылды. Инде байрамдар байрам ителеп бөттө тиһәк, юҡ икән, бөгөн М. Хисамованың тыуған көнөн Яңы Таймаҫта билдәләнеләр. Ниңә Таймаҫ, ә апай үҫкән Ялсыҡайҙа түгел, сөнки Таймаҫтың клубы шәберәк тинеләр. Өфөнән апаруҡ ҡәләмдәштәре килгән: Т. Ғарипова, Л. Һаҡмар, Ф. Ғөбәйҙуллина, З. Ҡотлогилдина, Н. Мәһәҙиев. Район хакимиәте юбилярҙың яуырынына шәл ябындырҙы, уны Ялсыҡайҙа үҫкән кәзә мамығынан бәйләнгән тинеләр. Таймаҫ силсәүитенән дә булды бүләк, сәйҙәр әҙерләп көтөп торғандар үҙҙәре. 
Тулыраҡ был сара хаҡында киләһе һанда сыға.   https://vk.com/id246459538?z=album-75842082_258079819