Куюргазинская межпоселенческая центральная библиотека Муниципальное бюджетное учреждения культуры (МБУК КМЦБ)

Факиха Тугызбаева

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.
Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙип. 

Уның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғыр китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары баҫылып сыға. 

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983) әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғыр йыйынтыҡтары бар. 

1993 йылда Факиһа Туғыҙбаева «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөгөн беҙ балалар баҡсаһында Факиһа апай Туғыҙбаеваның “Минмин үҙенә инәй эҙләй” тигән әкиәтен уҡыныҡ. Балалар бик матур итеп ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырҙылар. Ә унан һуң бергәләп Минмин ниңә улайтҡан, улай эшләргә яраймы тигән һорауҙарға яуап бирҙек.