100- лет со дня рождения Хакима Гиляжева
Хаким Гляжев- башкирский поэт и писатель лауреат Государственной премии РБ имени Салавата Юлаева, участник Великой Отечественной войны.
Родился: 1 марта 1923 года, Буздякский район
Умер: 14 ноября 1997 года (74 года)
Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтерҙә!
Лоҡман- Хәҡим Ғабдрахман улы Ғиләжевкә- 100 йәш
Һәр кемдең Тыуған ауылында үҙенә генә хас урындары, шул урындарҙың шул ергә генә хас тарихи исемдәре була.
Хәким Гиляжев тыуып үҫкән ауылдың исемен генә алайыҡ: Ҡаңны- Төркәй. Сит кешеләргә әллә ҡайһылайыраҡ яңғыраһа ла, ә был ауылда тыуып үҫкәндәр өсөн унан дә яғымлы, унан дә яҡын исем юҡтыр.
Хәким Гиляжевтың шиғырҙарын уҡып сыҡҡас,
уҡыусыға, шағирҙың тыуған тупрағына йәйгән поэтик тамырының тәрәнлеген аңлайһың .
Ҡырҡ йылдан ашыу ижад…
Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итеү.
…Эйе, миңә уң һигеҙ йәш ине.
Иртә эйәр һалған тай кеүек,
Йәшлегемдең хозур сахраһына
Ныҡлап килеп керҙе яу көнө.
Яуҙарҙа мин татыным мөхәбәтте,
Ул- тәүгеһе һәм ул бер ине.
Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үптем,
Һәм ул- тыуған ғәзиз ер ине.
Шуға ла уң һигеҙ йәшлек мин,
Бөтә ғүмер буйы ғашиҡ мин.
Был шиғыр авторҙың биогрпфияһы түгел, ә бөтә шул быуын биографияһы һәм Хәҡим Ғиляжев тураһында һөйләү- бөтә ҙур быуын тураһында һөйләү тигән һүҙ ул. Ул быуын, һуғыштың тәүге иң хәтәр, иң трагик йылдарын ут һәм һөрөм араһында үҙ елкәһендә күтәрмәһә лә, һуғыштың алғы һыҙығында булды.
Хәким Гиляжевтең биографияһы, мәктәпһеҙ, Октябрһеҙ түгел. Әгәр ҙә шағирҙың тиҫтерҙәре ” Туған мәктәп биргән һабаҡты” дошмандарға укытҡандар икән, тимәк, Октябрҙе лә улар: ” Һин үлемһеҙ, һин мәңгелек рух, күп йондоҙҙар һүнде, һин тере!” тип әйтерлек бейеклеккә күтәрәләр.
Ижадының күп яҡлы булыуын тағы бер факт күрһәтеп тора: Хәким Гиляжев – әҙәбиәт белгесе кимәлендәге тәнҡитсе һәм публицист.
Уның һуңғы йылдарҙа Ғариф Ғүмәр, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев, Закир Янбаев, Яңы бай Һәм атлы тураһында яҙылған мәҡәләләре, Баязит Бик бай тураһындағы иҫтәлектарендәге фекер тәрәнлеге, шиғри сафлык, шул уҡ ваҡытта ижади әрнеүҙәр аңкып тора. Улар ҙа, яҡшы шиғыр кеүек, йөрәккә үтеп кереүҙәре менән ҡәҙерле.
Назар Нәжми
Йылдар аша безгә килеп еткән яҙыусының “Яҙгы теләк” шиғырын уҡып, яҙыусының 100- йыллыҡ юбилейын иҫкә алып үтәйек, ҡәзерле шиғыр яратҡан уҡыусылар!
Уралда яҙ.
Яҙғы күктәр аяҙ.
Беҙҙең күңел кеүек ҡояшлы.
Үҙәндарҙә тибрәй, тулҡынлана,
Йөрәк ярһыуылай ҙур ташҡын.
Яҙ бөрөһө күҙен әсә наҙлы
Нур шикелле күренә сәскәһе.
Бына- бына ул ҡанатын йәйер
Һәм раҫлар: тормош йәшәһен!
Кескәй балалары күгәрсендең
Сип- сир ҡаршылайҙар әсәһен.
Бына улар зәңгәр күккә осор
Һәм раҫлар: тормош йәшәһен!
Сабый тәү ҡат, ер йылыһын тойоп,
Атлап килә, үҫкән йәнәһе.
Ул ҡояшҡа ҡарай, күҙен ҡыҫып,
Һәм раҫлай: тормош йәшәһен!
1953 йыл