Праздник в Якутово
Мин Яҡут ауылы ҡыҙы, тип ғорурланып әйтә алам!
Бәләкәй генә ауылымда яҡшы, мәрхәмәтле, йыр-моңға, тормошҡа ғашиҡ кешеләр йәшәй. Кескәй балаларҙан алып, оло йәштәге апай-ағайҙарға тиклем йырлап- бейеп, ҡурайҙа, скрипкала уйнап күңел аса беләләр улар. Бер ҙә «Тормош насар, әллә ниндәй заман китте, эш юҡ, аҡса етмәй, теге етәксе былай, икенсеһе шулай», тип зарланмайҙар ауылдаштарым. Гөрләтеп тә эшләйҙәр, аҡсаһын да табалар, бергәләшеп байрам да итә беләләр!
Кисә генә, 31 март көндө, ауылымда иҫ китмәле оло байрам булып үтте. Балалар баҡсаһына — 40, башланғыс мәктәпкә — 50, мәҙәниәт йортона — 30 йыл тулыуға арналған «Өс таған таймаҫ» исемле кисә ойошторолдо. Балалар баҡсаһында, мәктәптә балалар, ата-әсәләр ҡунаҡтарҙы дәррәү ҡаршы алғандан һуң, мәҙәниәт йортона юлландыҡ. Исеме есеменә тура килеп тора. Элек-электән баҡса, мәктәп, клуб бер булып, берҙәм булып эшләнеләр. Ауылымдан бейеүселәр, табиптар, шағирҙар, журналистар, нефтянниктар, уҡытыусылар, алдыңғы механизаторҙар, ауыл эшсәндәре үҫеп сыҡҡан. Балалар баҡсаһынан уҡ мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләнә башлай.
Мин үземде белгәнемдә, балалар баҡсаһында Ялсыҡаева Нурия Борхан ҡыҙы эшләй ине. Бик аҡыллы, белемле, компетентлы етәксе булды ул. Һүнеп барған балалар баҡсаһына яңынан йән өрҙө тиһәм, бер ҙә яңылышмам. Тәмле-тәмле аштары менән, алсаҡ йөҙҙәре, ҡыҙыҡлы әкиәттәре менән беҙҙе көн дә Ҡәҙерғолова Әлфиә, Даутова Әлфиә, Ишдәүләтова Сания, Ҡунаҡбаева Фәниә, Аҙнабаева Венера апалар ҡаршы ала ине. Миңә балалар баҡсаһы мөғжизәле әкиәт донъяһы һымаҡ иҫемдә ҡалды. Бөгөн унда һөнәренә ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, алсаҡ, мөләйем Ялсыҡаева Рәсима Фаурат ҡыҙы эшләй.
Артабан, 1988 йылда Яҡут башланғыс мәктәбендә беренсе класҡа, беренсе уҡытыусым, ул ваҡытта Ҡәҙерғәлина хәҙер Шәмсетдинова Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы алды. Йәш кенә, яңы ғына уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡан уҡытыусыбыҙҙы беҙ үҙебеҙҙеке иттек. Ҡыҙыҡлы алымдар менән уҡытыуы, матур итеп һүрәттәр төшөрөүе, йыр- моңға, бейеүгә өйрәтеүегеҙ бөгөнгөләй хәтеремдә. Гөлкәй апа, мин нәҡ һеҙҙән үрнәк алып, уҡытыусы һөнәрен һайланым һәм бер ҙә үкенмәйем. Гөлниса Сәғәҙәт ҡыҙы, тик тормаған шуҡ балаларҙы үҙ балаларылай күреп, һәр беребеҙгә күңел йылыһын таратты. Бөгөн башланғыс мәктәптә үҙ һөнәренә тоғро ҡалған Яматова Гөлшат Сәғәҙәтулла ҡыҙы белем бирә.
Әбйәлилов Рәүф Риф улы 1989 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының ағартыу йортон тамамлағандан һуң, Йылайыр ҡыҙы Рәмзиә Минеғәлиевнаға өйләнә. Тыуған ауылына ҡайтып, мәҙәниәт йортонда эшләй башлайҙар. Йәш-елкенсәктәр, уҡыусылар, хатта балалар баҡсаһы балаларына тиклем, арттарынан ҡалмай, ҡурайға, ҡумыҙға, бейеүгә өйрәнә башлайҙар. Туҡһанынсы йылдарҙа, ауылым моңға һыуһап, сарсай башлаған ваҡытта, Рәмзиә еңгә менән Рәүф абзый ауылыма моң бөрктө, мәҙәниәтте яратырға өйрәтте. Бөгөнгө көндә Яҡутта бейей белмәгән бер кеше юҡ, ҡурайҙа уйнамаған егет юҡ, тиһәм барыһы ла килешерҙәр.
Ҡайҙа нисектер, әммә ләкин Яҡут ауылында балалар ҙа, ололар ҙа ярыша-ярыша китапханаға йөрөйҙәр. Бында улар китап ҡына уҡып ҡалмай, конкурстар ҙа, викториналар ҙа үткәрәләр. Китапҡа ҡарата, уҡыуға ҡарата һөйөүҙе уларға Исламғолова Таңһылыу апай уята.
Минең ауылымда ошо тиклем, гөрләп эшләгән усаҡтар булғанда ауылым һулымаҫ, сәскә атыр тип ышанам.
Район Хакимиәтенә, ауылдаштарым исеменән, оло рәхмәтемде белдерәм! Ниндәй генә ауыр заман булһа ла, халыҡ өсөн ошондай учреждениеларзы һаҡлап алып ҡала алдылар. Айырым рәхмәтемде Рәжәп Рамаҙан улы Юлбарисовҡа әйткем килә! Ғүмере буйына Яҡутым, ауылдаштарым, телем тип янып йәшәне! Мәктәп ябылмаһын өсөн, клуб, балалар баҡсаһы асылһын һәм һаҡланып ҡалһын өсөн барлыҡ тырышлығын һалды!!! Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!
Ауылдаштарым! Тағын бер тапҡыр, ошо мәртәбәле, оло юбилейҙарыбыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!
автор :Лейсан Мирасова