Гости сегодняшнего нашего мероприятия, посвящённого открытию Года педагога и наставника: учащиеся начальной школы, участники клуба “Куңел нуры”(Свет души), учительница начальных классов Яматова Гульшат Сагдатулловна и наши активные читатели.
Барыбыҙҙа белеуенсә Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм Остаз йылы- тип иғлан ителде.
Бөгөн Яҡут китапханаһында Уҡытыусы һәм Остаз йылы- асылыу уңайы менән, бер төркөм китап һөйөүселәр йыйылышып, әүҙем генә кәңәшмә ҡорҙоҡ.
Быйылғы йылдың бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, ветеран уҡытыусыларыбыҙҙы, киләсәк быуынға урнәк итеп күрһәтеп, йәш быуынға педагогикаға ҡыҙыҡһыныу арттырыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.
Бөгөнгө кисәгә саҡырылған ҡунағыбыҙ, утыҙ йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған уҡытыусы, һәр бер баланың күңеленә керә белгән шәхес, юҡҡа меней, күптәр уҡытыусыны икенсе әсәйгә тиңләй.
Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә, тап ошо һөнәрҙе һайлай ҙа инде, тап ошо сифаттарға эйә беҙҙең Яҡут башланғыс мәктәбен етәкләгән уҡытыусы Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы.
Бөгөн беҙҙең, балаларҙың уҡытыусыға бик күп һорауҙар яуҙырыуы юҡҡа ғына түгел, куптән күрә белеп тә, ошо апа тураһында белмәгәндәребеҙ бик күп икән, һәр бер һорауға ашыҡмай ғына тасуирлап яуаптар бирҙе ул бөгөн. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана инем, тап ошо хыялым 1986 йылда Башҡорт Дәүләт Университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килде.
Шаулы университет йылдары бик күңелле саҡтар, әлегеләй хәтерҙә, мин Ҡырмыҫҡалынан килгән ауыл балаһына Өфөгә өйрәнеп китеүе еңел булмағандыр инде, уҡыуға алданып, дуҫ, әхирәттәр менән аралаша башлағас, ысын күңелдән уҡырға биреләһең, әйткәндәй, тормош иптәшем Наурат ағайығыҙҙы ла ошонда осраттым, ул ваҡытта ул Аграр университетында уҡый ине, дүртенсе курста өйләнешеп, бишенсе курста беҙҙең ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
1991 йылда Яҡут ауылына ҡайтып икәүләшеп эшкә тотондоҡ. Тәүге эш башлаған саҡтарым иҫкә төшә, эш тәжрибәһенә олораҡ остаздарыбыҙҙан, балалар уҡыта- уҡыта өйрәнеп киткән саҡтар.
Ошонда Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы балаларға ҡапыл ғына һорау бирә:
Ә һеҙҙең арала балалар, уҡытыусы булырға теләгәндәр бармы?
Мин теләйем- ти Мәсәғүтов Искәндәр, Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы шул хәҙәрем ҡыуанды был яуапҡа.
Эйе ғорурлана ала Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы үҙенең уҡыусылары менән!
Уның уҡыусыһы Мираҫ Ишдәүләтов, ниндәй юғары исемдәргә лайыҡлы булды 2022 йылда.
Бик күп уҡыусыларын иҫкә төшөрөп, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ бөгөн!
Ошо сара менән быйылғы Уҡытыусы һәм Остаз йылын асып ебәрҙек беҙ бөгөн.
Барығыҙғала иҫәнлек, именлек теләйбеҙ, яңынан- яңы саралар ҙа имен- аман осрашырға насип булһын.