В преддверии Дня Великой Победы, Якшимбетовская сельская библиотека присоединяется к Международной акции «Читаем детям о Великой Отечественной войне».
Эта акция – крупномасштабное мероприятие по поддержке чтения. Она помогает воспитанию гражданственности и патриотизма у детей и подростков на примере лучших образцов детской литературы о Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.
Несомненно, книги помогают нам сохранить память о Великой Отечественной войне, о великом подвиге нашего народа. Особенно необходимо, чтобы подрастающее поколение помнило о великой Победе!
Давайте же и мы с Вами будем помнить о них!
Помнить о великом подвиге нашего народа!
Будем читать книги о войне!
Һуғыш… Бынан да мәрмәтһеҙерәк, вәхшиерәк нәмә бар икән донъяла!?
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға нисә йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты, әммә бөгөнгө кешеләр өсөн ауыр һынау осоро бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Яу яланында ятып ҡалған һалдаттың, һәләк булған балаларҙың, ҡарттарҙың ғүмерен башҡа берәй нәмә менән алмаштырып буламы һуң? Юҡ!
Бына шулай айҙар, йылдар, быуаттар үтер. Әммә үҙҙәренең батырлығы менән Бөйөк Еңеүҙең һәр көнөн яҡынайтыусы ҡаһармандарға мәңгелек хөрмәт тойғоһо һәр кемдең йөрәгендә рәхмәт булып сағылыш табыр.
Хәҙерге быуын балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында ишетеп кенә белә. Күбеһе кинофильмдар ҡарап, китаптар уҡып кынә аңлайҙар һәм төшөнәләр. Эйе, бик күп кешеләрҙең үлемһеҙлеге аша яулана был Еңеү. Бөгөнгө көндә һәр бала үҙенең яҡын кешеһенең һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары тураһында белергә тейештер.
Яҡшымбәт ауыл китапханаһы “Балаларға һуғыш тураһында китап уҡыйбыҙ” акцияһына ҡушыла.