Бейеү көнө менән ҡотлайбыҙ!!!
Бейеү – иң боронғо сәнғәттәрҙең бер төрө: ул төрлө хәрәкәттәр ярҙамында башҡаларға еткереү теләге менән бәйле, кеше шатлығын, ҡайғыһын хәрәкәттәрғә һала.
Тәүтормош кешеләре күп ваҡиғалары бейеү ярҙамында күрһәтелә: Бейеү менән алдан ямғыр, ҡояш нуры, яҡлау һорағандар, ғәфү үтенгәндәр.
Бейеү хәрәкәте кеше тәбиғәтенән: талап,, һикереп, ырғып, әйләнеп, тайып йөрөүҙән барлыҡҡа килгән.
Бейеүҙең мөһим ритмы – яй ҡабатланыуы һәм үҙгәреүе; кәүҙәләнеше – хәрәкәттәрҙең композицаяға төҙөлөүе; үҫеш – хәрәкәттәр киңлеген һәм көсөргәнешлеген төрлөләндереү; техника хәрәкәттәрҙе башҡарыу оҫталығы. Бейеүҙәрҙә ҡул хәрәкәттәре бик мөһим, кешелектең тарихы эсендә бейеү мәҙәниәт үҫешен сағылдыра. Бейеүҙең төрҙәре, стилдәре бик күп формала. Һәр халыҡтың үҙенең йола бейеүҙәре. Халыҡ бейеүе нигеҙендә сәхнә бейеүе барлыҡҡа килә, көй ярҙамында беҙ бейеүҙе күрә алабыҙ.
Бейеү ул халыҡтың күңеле. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай хәҡиҡәтте анлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр.