Куюргазинская межпоселенческая центральная библиотека Муниципальное бюджетное учреждения культуры (МБУК КМЦБ)

Ерҙә яҡшы ғәмәлдәр ҡалһын

Быуындар ҡәҙерләп һаҡлаған хәтер йомғағын киләһе йәш быуынға түкмәй-сәсмәй алып барып еткереү өсөн, бөгөндән ең һыҙғанып, ошо рухи хазинаны күңелдәргә оноттормаҫлыҡ итеп теркәп ҡуйыу зарур. Хәтерҙе яңыртып тормаһаң, уның йылдар туҙанында таралыуы, ваҡиғалар ағышында юғалып, кесерәйеп ҡалыуы ихтимал.

Хәтер – күңел хазинаһы

Көйөргәҙе районының Ермолаевка ҡасабаһында ошо йәһәттән “Зауыҡлы биләмәләр йылы”нда мөбәрәк эшкә тотонғандар. Быйыл биләмәлә “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль програм­маһына ярашлы, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә скверға нигеҙ һалына. Апрель аҙағында “Хорс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән 6,6 миллион һумлыҡ суммаға контракт төҙөлгән. Сквер өсөн уңайлы урын һайланып, ҡоймалап алынған.

Июнь ҡояшының ҡайнар нур­ҙары аҫтында эшселәр ял итергә килеүселәр өсөн юлдарға плитәләр түшәй, бордюрҙар урынлаштыра. Подряд ойошмаһы эшсеһе Сергей Горин ҡырсын түшәлгән юлдарҙы тигеҙләү менән мәшғүл, уға Михаил Крошин ярҙамлаша. Скверҙы яҡтыртыу, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, йәшелләндереү эштәре лә башланған. Өҫтәүенә биләмәлә фонтан урынлаштырыу буйынса контракт төҙөлә. Бик матур, зауыҡлы ял урыны булмаҡсы.

Яугир-интернационалистарға ҡуйылған иҫтәлекле стела хәҡиҡәтте һаҡлау, тарихтың яҡты, аҡ биттәре менән бергә уның фажиғәле, тетрәндергес яҡтарын да хәтергә төшөрөү өсөн бик мөһим. Көйөргәҙеләр халыҡ яҙмышына, уның шанлы-данлы юлына һис тә битараф түгел. Үткәндәрҙән һабаҡ алғанда ғына, киләсәкте төҫмөрләп була.

Районда тарихтың ҡыҙыҡлы биттәрен үҙендә һаҡлаған иҫтәлекле урындар бар, яҡташтар уларҙы ошо көндәргә тиклем ҡәҙерләп һаҡлаған. Мәҫәлән, 1850 – 1860 йылдарҙа нигеҙ һалынған Шотт паркын ғына алайыҡ. Ун гектарҙан ашыу майҙан биләгән ергә крепостнойҙар тарафынан реликт ағастар – ҡарағай, йүкә, муйыл, уҫаҡ, ҡайын, ирга, сирен һәм шифалы ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. 1988 йылда Ермолаевка мәҙәниәт һәм ял паркы – Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән, республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы ул. Август айында Ермолаевка дендропаркына 55 йыл тула. ХIX быуатта помещик Ипполит Шотт тарафынан нигеҙләнгән легендар ҡомартҡы бик күп быуындарға хеҙмәт итәсәк әле.

2020 – Көйөргәҙе райо­нының 85 йыллыҡ юбилей йылы. Тарих өсөн ул аҙ тойолһа ла, район халҡы өсөн уның һәр көнө ҡиммәт. Тынғыһыҙ хеҙмәт, дәһшәтле һуғыш хәтирәләре, яу һәм тылда ҡаһарманлыҡ менән үткән йылдарҙы хәтер­ләгән, ошо дәүерҙе кисергән ветерандар, райондың йәш­тәштәре лә иҫән-һау әле. Район йылъяҙмаһын яҙыуҙы дауам итеү бурысы хәҙер йәш көйөр­гәҙеләр иңендә. Яугир-интернационалистар иҫтәлегенә оҙаҡламай асыласаҡ сквер ҙа ошо йылъяҙмала абруйлы урынын аласаҡ.

Быуаттар хәҡиҡәте ошонда икән…

Көйөргәҙе ере – илгә бик күп данлыҡлы шәхестәр, таланттар биргән төбәк. Ошо бәрәкәтле тупраҡта алты Советтар Союзы Геройы, өс Социалистик Хеҙмәт Геройы тыуып үҫеүе генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе – композитор, башҡорт йырсылары араһында беренселәрҙән БАССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов.

Яңы Мораптал ауылында Киров исемендәге колхоз тарафынан 1988 йылда асылған “Һуғыш һәм хеҙмәт даны” музейы, данлыҡлы йыр­сының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, 1995 йылда Көйөргәҙе районы хакимиәте ҡарары менән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен йөрөтә башлай.

Музей директоры Әлфирә Ниғ­мәтуллина беҙҙе музей залдары буйлап йөрөтә, тарихи экспонаттар менән таныштыра. Тәүге залда беҙҙе арҙаҡлы шәхестең ҙур портреты ҡаршы ала, стеналарҙа туғандарының, нәҫел-нәсәбенең фотоһүрәттәре.

Йырсының ижадына ҡағылған документтар, ноталар, ғәрәп графикаһы менән яҙылған концерт афишалары беҙҙе үткән быуаттарға алып ҡайта. Көйөр­гәҙеләр яҡташтарының исемен мәңгеләштереү өсөн тыуған ауыл урамдарының береһен уның исеме менән йөрөтә, мәҙәниәт йорто стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Белеүебеҙсә, баш ҡалабыҙ Өфөлә Ғәзиз Әлмө­хәмәтов исемендәге республика музыкаль-тәрбиә биреү гимназия-интернаты эшләй.

“Музейға килеүселәр бармы? Халыҡ нимә менән ҡыҙыҡһына? “Һуғыш һәм хеҙмәт даны” залына экспонаттарҙы нисек йыя алдығыҙ?” – тип Әлфирә Салауат ҡыҙынан һорашабыҙ.

– Ауылда балалар баҡсаһы, Баязит Бикбай исемендәге мәктәп бар. Халыҡ һаны ла байтаҡ – мең ярымға яҡын. Күрше-тирәләге ауылдарҙан килеп, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булып тора. Балалар, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар ойошторабыҙ. Әле пандемияға бәйле тынлыҡ осоро кисерһәк тә, көҙгә табан эш йәнләнер, тип өмөтләнәбеҙ, – ти музей директоры.

Октябрь айында данлыҡлы йырсының тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы, музей бинаһына капиталь ремонт үткәреү мөһимлеген дә йәшермәне Әлфирә Салауат ҡыҙы. Ауыл Советы башлығы Асҡар Иҫәт улы Кинйәлиев тә ошо ҙур эште атҡарыу яғында.

Яҡтыртыу, йылытыу системалары яҡшыртылһа, тоноҡ яҙыуҙар, боронғо ҡомартҡылар сағыуыраҡ төҫ алыр ине, әлбиттә. Ни тиһәң дә, бинаның һалыныуына ярты быуат булып килә. Боронғо ҡомарт­ҡылар иҫке бинала ҡаралмай, бүлмәләр шыҡһыҙыраҡ. Ҡасандыр бында дарыухана урынлашҡан бул­ған. Хәҙер ул – өс залдан торған, ха­лыҡ һәм шәхестәр тормошондағы иҫ­тәлектәрҙе һаҡлаусы тарихи музей.

Икенсе залды Мораптал ауыл биләмәһенән сыҡҡан данлыҡлы яҡташтарына арнағандар. Уларҙың араһында барыбыҙға яҡшы таныш яҙыусы, драматург, Башҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Баязит Бикбай, Советтар Союзы Геройы Морат Ҡужаҡов, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа “Киров” хужалығына етәкселек иткән, уны “миллионер”ҙар рәтенә сығарған Әфтәх Ишмаев та бар. Уларҙың тормош юлын һүрәтләгән мәҡәләләр, фотолар, шәхси әйберҙәр был ҡатмарлы үҫеш осорон яҡшы күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

Өс тиҫтә йыл эсендә музейҙа байтаҡ эш башҡарылған. Бынан биш йыл элек “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” исемен алып, 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ бул­ғандар. Был аҡсаға “Һуғыш һәм хеҙмәт даны” залындағы витри­наларҙы яңыртҡандар, эш техни­каһы – ноутбук, принтер, фотоаппарат, модем алғандар. 2017 йылда Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында ҡатнашып, 270 мең һум аҡса отҡандар. Бер нәмә лә күктән төшмәй, әлбиттә, тырышлыҡтың һөҙөмтәһе был.

Грант аҡсаһы этнография залында ремонт эшләүгә, экспозицияны яңыртыуға, тирмә, стеллаждар ҡуйыуға тотонолған, башҡа кәрәк-яраҡ алынған. Ошондай үҙ эшен яратҡан, фиҙакәр хеҙмәткәрҙәр барында, ауыл хакимиәте етәксе­легенең теләктәшлеге, ярҙамы булғанда, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музейҙың райондың ғына түгел, респуб­ликаның тарихты, мәҙәниәтте, рухи байлығыбыҙҙы һаҡлаусы һәм ишәйтеүсе йөҙөк ҡашына әүереләсәгенә, икенсе йәшлеген кисерәсәгенә икелән­мәйбеҙ.

Бөгөлсәндәр мәктәпте танымай ҙа торор әле

Ҡайтышлай капиталь ремонт эш­тәре барған Бөгөлсән мәктәбенә лә һуғылдыҡ. 1968 йылдан алып ре­монт үткәрелмәгән бинала эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр баш күтәр­мәҫ­лек күптер инде, барып күрәйек әле…

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Игорь Анатольевичтың әйтеүенсә, уҡыу йортона капиталь ремонт үткәреүгә 21 миллион һум аҡса бүленгән. Был эште бер нисә йыл элек башларға тырышып ҡара­һалар ҙа, “боҙ” быйыл ғына ҡуҙғалған. Ғинуар айында республика етәксеһе Радий Хәбиров мәктәптә булғандан һуң, ниһайәт, уны комплекслы ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Әле ошондай күренешкә тап булдыҡ: мәктәптәге бөтә иҫке тәҙрәләр яңыларына алмашты­рылған, йылытыу торбалары үткәрелгән, туҙған ағас иҙәндәр урынына керамогранит плитәләр түшәлгән. Мәктәп түбәһен профнастил менән ябыу илле процентҡа үтәлгән. Подрядсы “Вавилон” байтаҡ эште теүәлләгән, яңыр­тылған спорт залын 15 августа файҙаланыуға тапшырырға тейештәр.

– Әле райондың ете мәктәбендә ремонт-төҙөлөш эштәре бара, – ти Игорь Игошин. – Илкәнәй урта мәктәбендә – спорт залы, биш мәктәптә башланғыс кластар өсөн туҡланыу блоктары төҙөлә. Туҡланыу блоктары балалар өсөн уңайлы һәм матур буласаҡ, барыһы ла бер стилдә һәм бер төҫтә. Спорт залдарында душ бүлмәләре булыуы ла яҡшы.

– Подрядсы ойошмалар һынат­маҫ, ваҡытында эштәрен теүәлләр, Белем көнөн балалар яңыртылған мәктәптә ҡаршылар, тип уйлайбыҙ, – тип дауам итә Игорь Анатольевич. – Әле Бөгөлсәндә йөҙҙән ашыу уҡыусы бар, күҙаллауҙар буйынса, алдағы йылдарҙа ла беренсе клас­ҡа уҡырға килеүселәр буласаҡ, белем йорто буш тормаҫ, ауылда өс тиҫтәгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй.

Бөгөлсәндәрҙең күптән көткән теләге тормошҡа ашыр, уҡыусылар яңы уҡыу йылына матур бүләк алыр, тип өмөтләнәйек. Мәктәп­тәрен танымай ҙа торорҙар әле…

Гранттарҙы ныҡыштар ота…

Старая Отрада ауылында “Төпкөлдән сыҡҡан оҫталар” тигән мауыҡтырғыс түңәрәк эшләүен, өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә боронғо шөғөлдәрҙе үҙ итеүен, замансаларын ҙур дәрт менән өйрәнеүен күрҙек. Түңәрәкте ойоштороусы китапханасы Надежда Кузнецова сағыу ептәр, бисер ярҙамында эшләнгән нәфис сәнғәт өлгөләре менән таныштырып, үҙенең был боронғо һөнәргә нисек тотонорға баҙнат итеүен һөйләне. Иң тәүҙә элек-электән дан ҡаҙанған биҙәүестәр оҫтаһын эҙләп тапҡан, боронғо һөнәр нескәлектәрен тәфсирләп өйрәнгән, хәҙер уның серҙәрен ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән уртаҡлаша.

Ул ғына ла түгел, боронғо халыҡ кәсептәрен, оҫталыҡ ынйыларын тергеҙеү маҡсатында Рәсәй Президенты гранты конкурсында ҡатнашыу өсөн проект төҙөгәндәр, шөғөлдәрен видеоға төшөргәндәр. Нисек грант отоу мөмкинлеген улар хәҙер яҡшы белә. Гранттар отоу, моғайын, тырыштар, үҙһүҙлеләр, маҡсатын яҡшы күҙ алдына килтереүсе ныҡыштар өлөшөлөр.

– Грант аҡсаһына үҙебеҙгә нимә кәрәк, бөтәһен дә алдыҡ: проектор, принтер, стеллаждар, жалюзи, фотоаппарат, иҫ киткес матур ике милли костюм… Проект эшләргә йыбанып, кемдәндер ярҙам ғына көтөп ултырһаҡ, быларҙың бөгөн береһе лә булмаҫ ине, – ти Надежда Николаевна. – Иң мөһиме, беҙҙең үҙебеҙгә ышаныс артты, аҙ ғына тырышлыҡ һалһаң, барыһын да булдырырға була. Ошо аҡсаға эш станоктары алдыҡ, хәҙер оҫталыҡ дәрестәрен юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ.

Гранттар тигәндән, Көйөргәҙе районында Рәсәй Президенты грантына конкурста ҡатнашыусылар араһында Ермолаевкалағы “Ғаилә хеҙмәте” лә бар. Ойошма етәксеһе Наталья Савенкова әйтеүенсә, былтыр проектта ҡатнашып, 330 мең һумлыҡ грант отоуға өлгәшкәндәр.

– Райондың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Дилә Батурина беҙҙе дәртләндереүсе, проектты яҡларға ярҙам итеүсе кешеләрҙең береһе булды. Быйыл “Mary Poppins – әсәгә ярҙамға” тигән проект менән сығыш яһаныҡ һәм… оттоҡ. Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәр яҡлап булышлыҡ итәбеҙ, психологик һәм юридик ярҙам күрһә­тәбеҙ, көсөргәнешле хәлдән сығыу юлын бергәләп эҙләйбеҙ, табабыҙ.

Ата-әсә балаһын бер нисә сә­ғәткә уйын йәки һәләттәрҙе үҫтереү бүлмәһендә ҡалдыра ала. Беҙҙең психологтар, педагогтар, юристар өс – ете йәшлек балалары булған ата-әсәгә социаль ярҙам күрһәтә, кескәйҙәрҙе мәктәпкә әҙерләргә ярҙамлаша. Был юлы беҙ 400 мең һумлыҡ грант оттоҡ, төшкә лә инмәгән сумма!

Наталья Ивановна беҙгә бала­ларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн алынған Монтессори пособиеларын, уйындар һәм сағыу тышлы китаптарҙы күрһәтә. Үкенескә ҡар­шы, был ҡулланмалар, уйын комплект­тары арзан тормай, һәр ғаиләнең һатып алырға мөмкинлеге лә булмауы ихтимал. Уның ҡарауы, “Ғаилә хеҙмәте” үҙәгендә барыһы ла етерлек. Өҫтәүенә ике уйын – һәләттәрҙе үҫтереү бүлмәләре тулыһынса йыһазландырылған.

Быйыл Рәсәй Президенты грант­тарының икенсе конкурсында Баш­ҡортостандан 72 проект еңеү яула­ны. Республика был күрһәткес буйынса һынатманы, Волга буйы федераль округында беренселек – уның ҡулында. Көйөргәҙеләр ҙә мөм­кинлекте ҡулдан ысҡын­дыр­маны, уңышлы проекттарҙы һай­лай, улар өҫтөндә ныҡышмалы эшләй һәм яҡлай белде. Гранттар заманы беҙҙән сослоҡ, йылғыр­лыҡтан тыш, тиҙлек тә талап итә.

Көйөргәҙе районы.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
 
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/er-ya-shy-m-ld-r-al-yn-/