Әлисә китапханаға һәр ваҡыт йылмайып килеп керә, Әлисә рәссәм оҫтаһы, матурлыҡты, гүзәлекте күрә белеп, ҡулдары менән аҡ ҡағыҙға теркәп бара, ( аҫтағы һүрәттәрҙә) күреүегеҙсә:
күҙ алдында үҫеп ултырған ал сәскәләр тере тиерһең, төрлө һүрәттәрҙе бик ихлас күңелдән эшләгән ул, (алтынсы һүрәттәге) ҡул эше ҡамырҙан эшләнеп бик оҫта итеп краска менән буялған.
Кемдән күскән бындай оҫталыҡ сере Әлисәгә?
Әлисә бик тырыш, төрлө яҡлап һынап ҡарай үҙен, бына ошондай матур- матур ҡул эштәрен китапханаға бүләк итте.
Иң әүҙем китап уҡыусыларыбыҙҙың береһе Әлисә Юлбаева менән яҡындан таныштырып үтәһем килә.
Әлисә бик үткер ҡыҙ, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙ күңелен үҙе күреп Яҡут ауылында йәшәй өләсәһе, әсәһенә ярҙам итә.
Клуб сәхнәләрендә матур итеп йырлай, үҙе шиғыр ҙа яҙа бына ошондай талант эйәһе йәшәй Яҡут ауылында.
Әлисә менән әсәһе Лилия апай тураһында яҙып үткәйнек инде бик оло, ауырыған әсәһе Фирүзә инәйҙе Оренбургтан ҡайтып ҡарауҙары тураһында.
Әлисә Оренбургта йыш ҡына була, унда ул реабилитацион үҙәктә йылына ике тапҡыр ял итә, уның бик күп талантарын шундағы педагогтар ярҙамы менән асыла ла инде.